» 
 » 
Асайема



Текст песни Хасан Усманов - Асайема

Асайема
Хасан Усманов
Биргәнhең hин миңә ал нурын таңдарҙың,
Йыйғанhың hин миңә бар гөлөн даланың,
Биргәнhең ҡанаттар талпыныр сағымда,
Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла.

Ҡушымта:
Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең,
Ҡуйының - гөл - баҡса, наҙлы ел - hулышың.
Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын,
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.

2. Быларға бәрәбәр ни генә бирәйем,
Берҙән - бер бүләгем - тоғро йөрәгем.
Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға,
Үҙеңә аталған йырымды ҡушып ал.

3. Бурыслы hиңә мин, әсәйем - алтыным,
Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын.
Ай менән ҡояшты бирергә уйланым,
Үрелеп алырға етмәне буйҙарым.
https://lyrics.primanota.net/xasan-usmanov/asaiema.htm